logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ КУЛЬТУРЫ
«КАРМАСКАЛИНСКАЯ ЦЕНТРАЛИЗОВАННАЯ КЛУБНАЯ СИСТЕМА»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Режим работы учреждения:
Понедельник — пятница с 9.00 до 17.15
Суббота, воскресенье — выходной

“Бөрлөгән”

Иҫке Бәпес ауыл мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар дауамында эшләп килгән “Бөрлөгән” фольклор ансамбле үҙенең матур юбилейын билдәләне. Утыҙ йыл буйына төркөмдө Ишемғолова Наилә Минислам ҡыҙы етәкләһә лә, тамырҙары тәрәндәрәк уның. Нигеҙе етмешенсе йылдарҙа уҡ ҡоролған, һикһәненсе йылдарҙа өс тапҡыр телевидениеға барып төшкән бейеү төркөмөн Кәримова Зэриэ, Камалова Миңниса апайҙар етәкләгән. Һәм бөгөн дә “Бөрлөгән” районда берҙән бер башҡорт фольклор төркөмө. Бөтә оло сараларҙы биҙәп, республика кимәлендә сығыш яһап, тамашасыларҙы һоҡландырып, ғәжәпләндереп йөрөйҙәр улар!

Кисәге сара ла бик юғары кимәлдә үтте. Ефремкин, Алайғыр, Бишауыл-Уңғар, Ҡарламанбаш ауылдарынан килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең сағыу сығыштары менән халыҡты хайран иттеләр.

Ә бөрлөгәндәрҙең һәр сығышы – яңы тамаша, яңы һулыш! Костюмдары матур, килешле, үҙҙәре дәртле, талантлы, һәр номер уйланылған, еренә еткерелгән.

Юбилей менән ҡотларға мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мөхәмәҙиева В.Р. һәм Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы Ғәйфуллин А.М. иң изге теләктәрен еткереп иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.

Яратҡан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары ” Бөрлөгәндәрҙең” репертуарында ҙур урын алып тора. Был байрамға ла шағирә “Бөрлөгәндәргә” арнап яҙған шиғырҙары тамашасы күңеленә хуш килде;

Бөрлөгәндәр.

Нисек итеп йәшәһәң дә,
Ғүмерҙәр үтә икән,
Һәммәһен дә сирле-зарлы
Сал ҡартлыҡ көтә икән.

Зарланып йәшәй берәүҙәр,
Мыжып тирә-яғына,
Бөгөнөн яратмай кемдер,
Йәш саҡтарын һағына.

Моңло-зарлы донъяларҙа
Бар икән ҡанатлылар,
Ҡанаттары – йыр һәм бейеү,
Бигерәк талантлылар!

Йырлап-бейеп йәшәй улар,
Сирҙәрҙе алдаштырып,
Ҡайҙалыр ҡалдырғандармы
Ҡартлыҡты аҙаштырып?

Һыпырып ташлағандар ҙа
Донъя мәшәҡәттәрен,
Тәмен беләләр һәр көндөң,
Ҡәҙерен, рәхәттәрен.

Аяҡ баҫыуҙары – еңел,
Бөрлөгәндәй күҙҙәре,
Оләсәйҙәр булһалар ҙа,
Ҡыҙҙар кеүек үҙҙәре!

Сәхнә тора балҡып, гөрләп,
“Бөрлөгән” йырлағанда,
Халыҡ ижадын тергеҙеп,
Уйындар уйнағанда.

Ваҡыт – үҙҙәре ҡулында,
Ҡартлыҡты ла еңгәндәр,
Артабан да донъя биҙәп
Йәшәгеҙ, бөрлөгәндәр!!
16.11.23.