logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ КУЛЬТУРЫ
«КАРМАСКАЛИНСКАЯ ЦЕНТРАЛИЗОВАННАЯ КЛУБНАЯ СИСТЕМА»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Режим работы учреждения:
Понедельник — пятница с 9.00 до 17.15
Суббота, воскресенье — выходной

Выезд автоклуба

Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы үҙешмәкәр артистары автоклуб менән берлектә Шәрипҡол һәм Ҡустығол ауылдарында ” Йыр керҙе күңелгә ” тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһанылар.

Ауыл  халҡы алдында “Умырзая” вокал төркөмөнең күңелле йырҙары,  “Бөрлөгән” фольклор төркөмөнең дәртле таҡмаҡтары, йырсылар Илдар Хәсәнов,  Хафиза Галинаның күңел ҡылдарына үтеп ингән йырҙары һәм  дуэты, Гөлнур Шаймарҙанованың шаян бейеүе тамашасы күңеленә хуш килде. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан  Шәрипҡол ауылы егете Марсель Ибәтуллиндың да концертта булыуы тағы ла мәртәбә өҫтәне.

Бергәләп йырлашып, бейешеп рәхмәттәр әйтеп, йәйгә тағы ла килеүебеҙҙе һорап таралыштылар Шәрипҡолдар һәм Ҡустығолдар.